Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау буйынса 15 проектҡа грант бирелде
Конкурсҡа 104 ғариза тапшырылған. Еңеүселәр араһында Өфө, Сибай, Ағиҙел ҡалалары, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле һәм Яңауыл райондары, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар бар. Уларға 2,5 миллион һумға тиклем финанс ярҙам ҡаралған.
🏆Еңеүселәр араһында йәш быуынды ҡыҙыҡһындырырлыҡ заманса проекттар күп:
• башҡорт эпостары буйынса аудиоспектаклдәр һәм комикстар;
• балалар өсөн башҡорт йолалары һәм милли аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре;
• этнодефиле, шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре һәм башҡорт телендә фильмдар күрһәтеү;
• мари һәм удмурт ғаиләләре ҡатнашлығында фин-уғыр фестивале.
"Бөгөн телдәрҙе һаҡлау китаптар һәм дәрестәр аша ғына түгел, ә смартфондар, һанлы платформалар, аудиоформат һәм интерактив технологиялар ярҙамында ла тормошҡа ашырыла", ти ойоштороусылар.
Еңеүсе проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу 2026 йылдың 1 июленән һуң башланасаҡ. 🚀