✨Һомайҙа ҡунаҡта!
Һомай менән бергә фотоға төшөргә теләһәгеҙ, Китап байрамына килегеҙ.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең "Һомайҙа ҡунаҡта" тип аталған тирмәкәй янында һеҙҙе Һомай ҡаршы ала.
📚Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара китап байрамы тамамлана. Саралар “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән девиз менән уҙғарыла.
🎭Рус драма театры труппаһы патриотик концерт тәҡдим итә, “Һеңлекәш” тигән хәрби драма күрһәтелә.
📖 Китап байрамында Рәсәй, Беларусь һәм Ирандан нәшриәттәр, китап магазиндары, яҙыусылар ҡатнаша.