Радий Хәбиров Нефтекамала социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Радий Хәбиров Нефтекаманың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе
"Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ тормоштоң бөтә өлкәләренең дә тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Тәү сиратта һүҙ сәнәғәт эше хаҡында бара, – тине Радий Хәбиров. – 2026 йылдың тәүге өс айында Башҡортостанда етештереү күләме дүрт процентҡа тиерлек артҡан. Ә Нефтекамала үҫеш темптары – яҡынса 12 процент. Был бик яҡшы. Ҡала шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эшләй. 25 миллиард һумға 54 инициатива әүҙем фазала.
Төбәк етәксеһе «Нефтекама» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Нефтекамала Ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла
Радий Хәбиров яңыртылған Хеҙмәт Даны аллеяһын ҡараны. Биләмә 2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына индерелгән уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булған «Нефтекама: ваҡыт күсәре» башланғысы сиктәрендә төҙөкләндерелгән.
Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекаманан махсус хәрби операцияла һәләк булған Вячеслав Алеев, Рузаль Бәҙретдинов, Леонид Башуров, Айрат Дәүләтов, Сергей Димитриев, Салауат Тимерғәлиев, Алексей Федоровтарҙың ғаиләләре менән осрашты.
"Егеттәр ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Уларҙың һәр береһе – үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәгән ысын герой, – тине республика Башлығы. – Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурыс – уларҙы онотмау, исемдәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына даими хәстәрлек күрһәтеү, уларға ҡарата иғтибарлы булыу. Махсус хәрби операция тамамланғас, беҙ мотлаҡ Өфөлә яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә мемориал ҡуясаҡбыҙ. Шулай уҡ бөтә муниципалитеттарҙа ла Хәтер аллеялары барлыҡҡа килер. Был эш бара ла инде".
Нефтекамала дәүләт филармонияһы бинаһы яңыртыла
Бында ҡыйыҡты ремонтлағандар, фасадты яңыртҡандар, витраждарҙы алмаштырғандар һәм бинаға инеү урынын, холды, гардеробты тәртипкә килтергәндәр. Шулай уҡ тышҡы яҡтан яҡтыртыу эштәрен башҡарғандар, күтәрмәне гранит менән тышлағандар, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндергәндәр. 2026 йылға тамаша залын яңыртыу, электрҙы монтажлау, бүлмәләрҙе биҙәү эштәре, вентиляция ҡорамалдарын модернизациялау планлаштырыла.
Нефтекаманың «Метротест» компанияһы һынау машиналары сығарыу күләмен арттыра.
Радий Хәбиров 2024 йылдан алып «Нефтекама» йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булған «Метротест» производство компанияһы эшмәкәрлеге менән танышты.