Яугирҙәр иҫтәлегенә ағас ултыртылды Был изге өмәне Ватандың һәләк булғандар ғаиләләренең Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһыны
Был изге өмәне Ватандың һәләк булғандар ғаиләләренең Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе башлап ебәрҙе. Ҡырмыҫҡалы районында ойошманы Яңы Ҡыйышҡы ауылынан, яугир ҡатыны Регина Бикҡолова етәкләй. Уның тормош иптәше МХО-ла батырҙарса һәләк булған.
Хәтер аллеяһына 50 төп алмағас һәм груша үҫентеһе ултыртыла. Бында хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм Игорь Абросимов етәкселегендәге МХО ветерандары ассоциацияһы егеттәре, яугирҙар ҡатнаша. Шулай уҡ акцияға «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторҙары ла ҡушыла.
Көндәрҙең эҫе тороуына ҡарамаҫтан, йәш үҫентеләр мотлаҡ тамыр йәйер, тигән ышаныста ойоштороусылар.