Башҡортостанда 570 км юл һәм 23 күпер яңыртыла
Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Транспорт сәғәтендә" төбәктәге юл һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
2026 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 570 км юл һәм 23 күпер яңыртыла. Был йүнәлешкә 44,7 миллиард һум аҡса ҡаралған. Шуларҙың 7,2 миллиарды федераль бюджеттан бүленгән.
«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Уның барышында яҡынса 200 километр юл яңыртыла.
Өфөлә лә ҡала инфраструктураһын үҫтереү эштәре дауам итә:
▪ Пугачёв урамы төҙөкләнә;
▪ Көнсығыш сығыу юлының икенсе сиратын төҙөлә;
▪ Рабкоров урамын яңыра;
▪ Октябрь Революцияһы урамын төҙөкләндереү;
▪ Совет һәм Ленин урамдарындағы тротуарҙар яңыра;
▪ Дим районында һәм Көнсығыш Затон биҫтәһендә яңы урамдар төҙөлә.
🚌Шулай уҡ «Башавтотранс» автобус паркы тулылана. 2026 йылда Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында 73 яңы ҙур автобус алына.