"Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәрен бүләкләне.
"Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында:
1 урын — Асҡын районы Ғөмбә ауылы;
2 урын — Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы;
3 урын — Тәтешле районы Кесе Бәлзүгә ауылы;
"Урта тораҡ пункттар" номинацияһында:
1 урын — Ауырғазы районы Татар Нағаҙағы ауылы;
2 урын - Ҡалтасы районы Кәкуш ауылы;
3 урын - Бүздәк районы Ҡаран ауылы.
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын - Ейәнсура районы Өмбәт ауылы;
II урын - Краснокама районы Яңы Бөртөк ауылы;
III урын – Кушнаренко районы Ҡалтай ауылы
“Эре тораҡ пункттар” номинацияһында:
I урын - Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылы;
II урын - Өфө районы Николаевка ауылы;
III урын - Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы
Шулай уҡ «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Сәлиә Мырҙабаева, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
"Кешеләрҙә сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш барлыҡҡа килә, команда рухы тыуа. Күңелдә яҡшылыҡҡа ышаныс уяна. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Эльвира Айытҡоловаға рәхмәт белдерәм. Унда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Муниципалитет башлыҡтары был тарих өсөн ныҡлы тырыша", — тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау минист
ры Михаил Мурашко үҙенең видеомөрәжәғәтендә «Айыҡ ауыл» проектының сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышты арттырыу һәм алкоголь ҡулланыуҙы кәметеүҙең уңышлы өлгөһө булыуын билдәләне.
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!