🌳 Башҡортостанда яңы төҙөкләндереү объекттарына тауыш биреү башланды.
Республикала һәр яҙ һайын киләһе йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе берлектә һайлау матур йолаға әүерелде. Бөгөн «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса тауыш биреү старт алды. Ул 12 июнгә тиклем дауам итә. 🗓
📍 Башҡортостандың һәр муниципалитеты үҙ тәҡдимдәрен әҙерләгән. Иң күп тауыш йыйған проекттар федераль финанслауға эйә була. Бындай ярҙамдың һөҙөмтәһе күҙ алдында — мәҫәлән, Өфөләге Ленин исемендәге парк. Бында төҙөкләндереү эштәре икенсе йыл дауам итә, уларҙы көҙөн тамамлау күҙаллана. Бай тарихлы был урын яңыртылғандан һуң республикабыҙҙағы иң гүзәл ял мөйөштәренең береһенә әүереләсәгенә шик юҡ.
🏗 Шулай уҡ баш ҡала үҙәгендә күптәрҙең яратҡан тағы бер урынын яңыртыу көтөлә. Һүҙ Салауат Юлаев майҙаны тураһында бара. Милли батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәл реконструкцияла булған ваҡытта, уның тирә-яғын да комплекслы рәүештә төҙөкләндереү планлаштырыла.
💻 Ошо һәм башҡа проекттарҙы хуплау өсөн zagorodsreda.gosuslugi.ru
сайтына инеп, күңелегеҙгә ятҡан биләмә өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Иң мөһиме шуны иҫтә тотоғоҙ: республика ҡалаларының һәм ауылдарының киләсәктәге йөҙө туранан-тура беҙҙең әүҙемлеккә бәйле. Тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ! 🙌